Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 18:30

Беҙҙең урам - айыҡ урам!

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында көн дә тиерлек берәй сара үткәрелә.

Беҙҙең урам - айыҡ урам!Беҙҙең урам - айыҡ урам!
Беҙҙең урам - айыҡ урам!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Улар көн дә тиерлек берәй сара үткәрә, СВО-ла ҡатнашыусы яҡташтарына ла ярҙам итергә өлгөрә. Күптән түгел СВО-ла ҡатнашыусы яҡташтарына маскировкалау селтәре үреп ебәргәйнеләр. (ye102.ru) Ә ошо көндәрҙә Иҫке Сибайҙың ир-егеттәр ҡоро "Айыҡ ауыл - айыҡ урам" акцияһы ойошторған. Күңелле, сәмле ярыштарҙа бөтә 9 округ та ҡатнашҡан, һәр еңеүсе Рәхмәт хаты һәм тәмле приз менән бүләкләнгән. Кискә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға байрамға сәй табыны әҙерләп, концерт күрһәткән, бейеү флешмобы ойошторған.

Афарин, әүҙем иҫке сибайҙар!

Беҙҙең урам - айыҡ урам!
Беҙҙең урам - айыҡ урам!
Беҙҙең урам - айыҡ урам!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас