

Был исем өсөн ғинуар башынан сыҡҡан дүрт ҡыҙ - Сабрина Бәхтийәрова, Зөлфиә Хафизова, Миләүшә Айытҡолова, Эльвира Аҙналина көрәште. 4 ҡыҙ араһынан тауыштарҙың 44 процентын туплап, Миләүшә Айытҡолова еңеү яуланы! Уны 1 189 кеше ҡеүәтләгән.
«Хозур тәбиғәтле Ҡарағайлы йылғаһы буйында, Айсыуаҡ тауы итәгендә урынлашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкәнмен. Бәләкәйҙән бейергә, һүрәт төшөрөргә, спорт, фотоға төшөрөүҙе, ҡул эштәрен яратып үҫтем.
Ауылыбыҙҙың Ғ. Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбендә "Атайсал" өлгөлө бейеү ансамблен тамамлап, 8-се класҡа Өфөләге Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға индем. Төрлө кимәлдә үткән "Байыҡ", "Планета талантов", "Урал дуҫтарын йыя", "Ураларъяғы йондоҙҙар яндыра", "Афарин" һ.б. конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәргә өлгәштем.
Алдағы тормошомда башҡорт бейеүен үҫтереүгә көсөмдө һалып, бейеү илендә йәшәрмен, тип хыялланам», - тип һөйләне үҙе хаҡында Миләүшә.