Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 11:30

Сүп биҙрәһенә ҡарағанда ла бысраҡ булған

Тикшеренеүсе Дональд Шаффнер аш-һыу бүлмәһендәге иң бысраҡ урынды атаған. Хатта уның арҡаһында үҙеңде насар тойоуың да ихтимал, ти ул.

Сүп биҙрәһенә ҡарағанда ла бысраҡ булғанСүп биҙрәһенә ҡарағанда ла бысраҡ булған
Сүп биҙрәһенә ҡарағанда ла бысраҡ булған

Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, тәмләткес һауыттары, сүп биҙрәләләренә ҡарағанда ла, бысраҡ, микроорганизмдарҙың концентрацияһы бик юғары булып сыҡҡан. Сөнки күптәребеҙ тәмләткес һауыттарын йыуырға йәки һөртөргә  кәрәк, тип уйлап та бирмәй.

Бөйөк Британияның аҙыҡ-түлек стандарттары буйынса агентлығы белгестәре, бынан һәр кешенең дә сирләп китеүе ихтимал, тип белдерә. Ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, иммунитеты ҡаҡшаған  бәләкәй балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн бигерәк тә хәүефле, тип билдәләнә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас