

Ейәнсура районы халҡы махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта көрәшкән, подвалдарҙа һәм окоптарҙа ятҡан егеттәребеҙҙең көнитмешен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләй. Бер кем дә ситтә ҡалмай. Февраль айында ғына Ейәнсура халҡы ике миллион һум самаһы аҡса йыйған.
Трушин һәм Бикбау ауылы егеттәре СВО-ла булған синыфташы өсөн пулеметҡа прицел алып ебәрергә ҡарар иткән. Аҡса йыйып, ҡорамал 80 мең һумға һатып алған.
Район эшҡыуарҙары яугирҙарға ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Руслан Фазылйән улы Бикбулатов һалдаттар өсөн тепловизор һатып алған.
Яңы Петровка ауылы халҡы етәкселек итеүҙе көтөп тормаған. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Ксения Куканова, Ирина Лукиш, Ирина Ущева башҡа ауылдарҙа ярҙам йыйыуҙарын белеп ҡалғас, изге эшкә ҡушылырға булған. Ирина социаль селтәрҙә аҡса йыйыу тәҡдимен яҙған. 43 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған. Урыҫ Үргене ауылы бер ай элек 20 мең һум аҡса йыйып, һалдаттарға тапшырған. Башҡа күп кенә ауыл биләмәләре лә 20-шәр мең һум аҡса йыйған. Иҙелбәк халҡы яҡташтарына кәрәкле әйберҙәр һәм 130 мең һум аҡса тапшырған.
Райондың йәмәғәт ойошмалары ла тырышҡан — ағиҙәйҙәр 20 000 һум аҡса йыя, Ейәнсура районы урыҫтары соборы — 90 000 һум. Райондың дини учреждениелары ла үҙ өлөшөн индерә — Иҫәнғол һәм Абҙан мәсеттәре, сиркәү.
Әйткәндәй, бөгөн һатып алынған "Нива" машинаһы һәм тағы ла ике машина гуманитар ярҙам егеттәргә барып еткән. БЫЛАРҘЫҢ БАРЫҺЫ ХАҠЫНДА ТУЛЫРАҠ — «Зианчуринские зори » гәзитендә уҡырға мөмкин.