Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 15:14

Яҡташыбыҙ "Голос" шоуын яуланы

"Ғәжәп моң, иҫ киткес тауыш", - тип жюри ағзалары хайран ҡалды. 

Өфөнән 21 йәшлек Гөлнара Байғужина быйыл 11-се тапҡыр үткәрелгән "Голос" шоуының "һуҡыр" тыңлауҙарында киләһе турға үткән.

Ҡыҙ музыка менән бала сағынан шөғөлләнә, популяр йырҙарға каверҙар эшләй һәм үҙе лә йырҙар яҙа. Декабрҙә йәш йырсының "Сикһеҙлек" тип исемләнгән тәүге альбомы донъя күргән. Йырҙары радио һәм республика телеканалдарында яңғыраған. Бынан тыш, яҡташыбыҙ Һамарҙа үткән «САМ.ФЕСТ» музыка фестивалендә өсөнсө урын яулаған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас