Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылынан Артур Васильев өй шарттарында йәйен үрсетә башлаған. Ир бының өсөн бина төҙөгән, ҡоролмалар һәм балыҡ селбәрәһе һатып алған.
Бишбүләк районы башлығы Артур Зарипов һүҙҙәренсә, эшҡыуар бөтә производство серҙәрен өйрәнеп алған. Йәйен селбәрәһен һатып алыуҙан алып уны үрсетеүгә тиклем, үҙе уларҙы тикшерә, анализ ала. Бөгөн уның ҙур булмаған хужалығын 1500 -ҙән ашыу балыҡ аҫрала. Йүнсел тағы ла бер партия балыҡ һатып алып, уны ҙурайтырға, ыҫларға һәм төрлө ризыҡтар эшләп һатырға ниәтләй .