Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2023, 13:33

Уҡытыусыларҙың намыҫы һәм абруйы яҡланасаҡ

Документҡа аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, хәҙерге шарттарҙа уҡытыусыларҙың намыҫына һәм дәрәжәһенә ҡул һуҙыу хәүефе арта. Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов (ЛДПР) парламент палатаһына педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫын һәм абруйын яҡлау тураһында закон проектын индерҙе.

Уҡытыусыларҙың намыҫы һәм абруйы яҡланасаҡУҡытыусыларҙың намыҫы һәм абруйы яҡланасаҡ
Уҡытыусыларҙың намыҫы һәм абруйы яҡланасаҡ

"Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" ғы законға ярашлы, дәүләт сәйәсәте һәм мәғариф өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләү, атап әйткәндә, белем биреүҙең өҫтөнлөклө булыуын таныу һәм һәр кешенең уға хоҡуғын тәьмин итеү, был өлкәлә дискриминацияға юл ҡуймау принциптарына нигеҙләнә. Борис Чернышов быға педагогик хеҙмәткәрҙең намыҫын һәм абруйын яҡлауҙы ла өҫтәргә тәҡдим итә.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡытыусы хеҙмәтенең ижтимағи әһәмиәтен күтәреүҙең мөһимлеген билдәләне, тип хәтергә төшөрҙө парламентарий.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас