

Шулай уҡ яңы мәғариф системаһында белгеслекте тамамлаусы сығарылыш студенттарына ла магистратурала бушлай уҡыу мөмкинлеге буласаҡ, тип билдәләне Валерий Фальков. "Белгеслек кимәлендә белеме булған һәм артабан карьера төҙөргә, өҫтәмә белем алырға теләгән 600 меңдән ашыу сығарылыш студенты бушлай магистратурала, ординатурала йәки ассистентурала белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ", - тип һөйләне министр.
Фото: Т. АМАНОВ.