Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 10:00

Күбәләк гөлдәргә ҡунһа

Гөлдәр тирбәлә микән...Йәырҙың һүҙҙәре сайтта.#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Күбәләк гөлдәргә ҡунһаКүбәләк гөлдәргә ҡунһа
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа,гөлдәр тирбәлә микән
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа,гөлдәр тирбәлә микән.
Ул да мине һағынғанда күбәләгем,түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом,һандуғасым,йырлап ебәрә микән.

Күбәләккәй гөлгә ҡунған гөлдә булғас ояһы,
Күбәләккәй гөлгә ҡунған гөлдә булғас ояһы.
Минең күң(е)лем һиңә тарта,күбәләгем,түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом,һандуғасым,һин бит күң(е)лем ҡояшы.

Тау аҫтында,тал аҫтында һалҡын шишмә түңәрәк,
Тау аҫтында,тал аҫтында һалҡын шишмә түңәрәк.
Осоп барып күрер инем,күбәләгем.түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом,һандуғасым,әгәр булһам күбәләк.

Күбәләк гөлдәргә ҡунһа,гөлдәр тирбәлә микән
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа.гөлдәр тирбәлә микән.
Ул да мине һағынғанда күбәләгем,түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом,һандуғасым,йырлап ебәрә микән.

Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас