Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 06:19

"Хушбый еҫкәгәндән һуң хәле насарайған"

Туймазыла ошоға бәйле сәйер хәл булған.

"Хушбый еҫкәгәндән һуң хәле насарайған""Хушбый еҫкәгәндән һуң хәле насарайған"
"Хушбый еҫкәгәндән һуң хәле насарайған"

Район гәзитенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһында бер магазин хеҙмәткәренең хушбый еҫкәүе, аңын юғалтыуы һәм реанимацияға эләгеүе тураһында имеш-мимеш хәбәр таралған.

"Етегән"дәр магазин хужаларына шылтыратҡан. Асыҡланыуынса, кибеткә ысынлап та парфюмерия продукцияһын таратыусы ингән һәм хушбый еҫкәп ҡарарға тәҡдим иткән. Һатыусыларҙың береһе хушбыйҙы һатып алған, ә бер аҙҙан үҙен насар тоя башлаған.

Магазинға ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртҡандар. Табиптар уның ҡан баҫымы юғары булыуын асыҡлаған, укол яһағандар. Хәҙер барыһы ла һәйбәт, ул эш урынында.

Кибеттең башҡа хеҙмәткәрҙәре лә хушбыйҙы еҫкәп ҡараған. Уларҙың һүҙҙәренсә, ҡатындың ҡан баҫымы күтәрелеүе хушбый менән бәйле түгел. Тура ғына килгән.

Шулай ҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас