

Был хаҡта Бөрйән районының Яуымбай ауылы китапханаһының рәсми төркөмөндә хәбәр итәләр:
- Бөгөн Яуымбай ауыл мәҙәниәт йортонда өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашып ялға ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Фәиз Ураҙғолов ҡатын-ҡыҙҙарға, ауылдаштарына ҙур бүләк эшләне - бушлай концерт ҡарау мөмкинлеге булдырҙы.
Концерт барышында райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев телмәр тотто. Баязит Байназаров һәм уның ижадташ дуҫтарының сағыу сығыштары ауыл халҡын ҡыуандырҙы. Ауылдаштар исеменән Фәиз Рысъян улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә имен генә йөрө! Донъялар имен, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!