

Бөгөн Башҡортостанға ялға Шайморатов батальоны һалдаттары ҡайтты. Ғәҙәттәгесә, улар Өфө үҙәгендәге Шайморатов генерал һәйкәленә туҡталды. Уларҙы яҡындары, ғаиләләре һәм хөкүмәт вәкилдәре, республика етәксеһенең хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды.
«Һеҙҙе һау-сәләмәт күреүемә шатмын һәм хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерәм. Уның графигы тығыҙ, әммә ул һеҙҙең республикабыҙҙың лайыҡлы улдары булыуығыҙҙы һәм хәрби бурыстарҙы ҡаһарманлыҡ менән үтәүегеҙҙе еткерергә ҡушты», — тип сәләмләне һалдаттарҙы Алик Камалетдинов.
Был юлы күп яугирҙар орден-миҙалдар менән ҡайтты. Шуларҙың береһе - Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордены менән наградаланған "Тор" позывнойлы һалдат. Ул яңы төҙөлгән Даян Мурзин исемендәге батальонға бер нисә кеше яҙылып өлгөрөүе хаҡында һөйләне.
«Әгәр ир-егеттәр яңы башҡорт батальондарына яҙыла икән, тимәк, республикала ысын батырҙар йәшәй. Хәйер, был күптән барыһына ла билдәле. Ирҙәрҙең бурысы - Ватанын, ғаиләһен һаҡлау. Минең иптәштәрем араһында иллене үткән яугирҙар күп. Улар йәше тулыу менән йортона ҡайтты. Әле дуҫтарымдың яңы батальонға ҡушылыуына аптырайһы түгел. Уларҙың тәжрибәһе ҙур. Ҡарт гвардия һынатмаҫ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ», — тине «Тор».
Ул көндә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон штабы командиры «Нөгөш» команда пунктында була һәм сираттағы заданиены үтәй. Уның эргәһендә медиктар, элемтәселәр һәм зенит-ракета расчеты һалдаттары була. Шул саҡта уларға ВСУ көстәре ут аса. «Нөгөш» бер юғалтыуһыҙ шәхси составты һәм техниканы хәүефһеҙ урынға алып сыға.
«Награда минең өсөн бик мөһим. Әгәр дөрөҫөн әйткәндә, ул мине генә түгел, Донбассты һаҡлаған бөтә республика яугирҙарын ҡылыҡһырлай. Ышаныс менән әйтә алам, минең барлыҡ хәрби иптәштәрем алғы һыҙыҡта үҙен батырҙарса тота. Улар - ысын геройҙар. Башҡортостан яҡын киләсәктә Даян Мурзин, "Төньяҡ амурҙары" һәм "Ватан" батальондары менән ғорурланыр тип ышанам», — тине «Нөгөш».