Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 11:23

Учалы бокссыһы Вилдан Минасов ғаилә ҡорҙо!

Талантлы спортсыға ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Учалы бокссыһы Вилдан Минасов ғаилә ҡорҙо!Учалы бокссыһы Вилдан Минасов ғаилә ҡорҙо!
Учалы бокссыһы Вилдан Минасов ғаилә ҡорҙо!

Учалы районының Ҡорама ауылы егете, бокс буйынса спорт мастеры Вилдан Минасовтың еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары хаҡында даими яҙып торабыҙ. Яңыраҡ ҡына, ғинуар айында, халыҡ-ара турнирҙа еңеү яулағайны. Ә ошо көндәрҙә Вилдан үҙенең сәхифәһендә бигерәк тә ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Ул һөйгәне Әлиә менән никах уҡытҡан. 

Йәш ғаиләгә бәхет, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Ә Вилданға (ул - Мейәс бокс мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе) Силәбенән сыҡҡан билдәле бокссылар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар, Денис Шафиҡовтар юлын уңышлы дауам итергә яҙһын! 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас