

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазылағы капиталь ремонттан һуң асылған 7-се балалар баҡсаһында булды. 60 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына төрлө күҙ ауырыуҙары булған өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Балалар баҡсаһы мөдире Лариса Анисимова уның районда берҙән-бер махсус учреждение булыуы хаҡында һөйләне.
Республика етәксеһе уҡыу бүлмәләрен ҡараны, балалар баҡсаһы белгестәре һәм тәрбиләнеүселәре менән аралашты. Бында ике шәфҡәт туташы, уҡытыусы-дефектолог, логопед, музыка уҡытыусыһы һәм һәр төркөмдә икешәр тәрбиәсе эшләй.
2017 елда “Уңайлы мөхим” милли проекты буйынса балалар баҡсаһы 1 миллион һум аҡса алған, был ярҙам менән компьютер-дауалау һәм ортоптия кабинеттары йыһазландырыла, яңы приборҙар аһтып алына. Бынан тыш, 2021 йылда офтальмология кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Белгестәр әйтеүенсә, былар барыһы ла күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә.
Балалар баҡсаһы мөдире Радий Хәбировтан мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың йыраҡтан күреүҙе иҫкәртеү һәм яҡындан насар күреүҙе төҙәтеү өсөн тренажер һатып алыуҙа ярҙам һораны. Ә спорт майҙансығына резина япма һалырға кәрәк. Төбәк етәксеһе тейешле органдарға әлеге маҡсатта аҡса бүлергә һәм быйыл балалар баҡсаһы тышын ремонтларға ҡушты.