

Уның төп резиденты «Туймазы автобетоновоздар заводы» – илебеҙҙә берҙән-бер автобетонбутау техникаһы етештереүсе предприятие.
Парктың генераль директоры Фәрит Закиров әйтеүенсә, проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Тәүгеләрҙән булып 7 мең квадрат майҙанлы производство корпусы сафҡа индерелә. Артабан – 13 мең квадрат майҙанлы тағы бер бина.
Башҡортостан Башлығы “Мастер” сәнәғәт паркы үҫеше перпективаһын юғары баһаланы.
– Проекттың тәүге аҙымдары һоҡландыра. Ул республикала беҙҙең сәнәғәт компетенцияларын киңәйтеү буйынса яңы үҙәк булыр, тип уйлайым. Ә был иһә яңы эш урындары, һалымдар. Туймазы был йәһәттән бик яҡшы үҫешә, – тине Радий Хәбиров.