Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 08:36

"Рөстәм лайыҡлы кеше ине"

Радий Хәбиров Туймазы батыры Рөстәм Шәйхетдиновтың ғаиләһенә Шайморатов ордены тапшырҙы.

"Рөстәм лайыҡлы кеше ине""Рөстәм лайыҡлы кеше ине"
"Рөстәм лайыҡлы кеше ине"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә эш сәфәре менән Туймазыла булды.

Унда ул Александр Доставалов исемендәге батальон сержанты – махсус хәрби операцияла һәлак булған Рөстәм Шәйхетдиновтың ғаиләһе менән очрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙең әсәһе Фәимә Афзалетдин ҡыҙының, тормош иптәше Гөлназ Зиннур ҡыҙының, балалары Алина һәм Рамаҙандың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Батыр ул үҫтергәне өсөн әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

“Рөстәм лайыҡлы кеше ине. Мин уның командирҙары менән һөйләштем. Һеҙҙең өсөн был ауыр юғалтыу икәнлеген аңлайбыҙ. Шуға һәр ваҡыт һеҙҙең янығыҙҙа буласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. –Беҙҙең яугирҙар батырҙарса көрәшә. Республика егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәк”, - тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы Рөстәм Шәйхетдиновтың ғаиләһенә Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Сержант орден менән СВО-ла күрһәткән батырлығы өсөн һәләк булғандан һуң наградаланды.

Төбәк етәксеһе Туймазы районы хакимиәтенә геройҙың хәтерен мәңгеләштереү сараларын күрершә ҡушты. Хакимиәт башлығы Айҙар Суфиянов әйтеүенсә, Рөстәм Шәйхетдинов иҫтәлегенә 9 майға тиклем мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ һәм Татар-Олҡан ауылы мәктәбендә Герой партаһы эшләнәсәк.  

 
"Рөстәм лайыҡлы кеше ине"
"Рөстәм лайыҡлы кеше ине"
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас