Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 14:02

Октябрьскийҙа яңы биҫтә төҙөлә

33-сө биҫтәлә урамдар, инфраструктура объекттары төҙөлә. 

Октябрьскийҙа яңы биҫтә төҙөләОктябрьскийҙа яңы биҫтә төҙөлә
Октябрьскийҙа яңы биҫтә төҙөлә

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» программаһы буйынса Октябрьскийҙың 33-сө биҫтәһендә инфраструктура объекттары төҙөлә. Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты — 2023 йылдың декабре. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы яҡынса 500 млн һум тәшкил итә.

«Октябрьскийҙа яңы энергетика үҙәген төҙөү айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм кәрәкле инфраструктура яңы уңайлы торлаҡ йорттар төҙөргә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға һәм дөйөм төбәкте үҫтерергә мөмкинлек бирә», — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Подрядсы ойошма дүрт һыу йылытыу ҡаҙаны, дүрт төтөн торбаһы төҙөгән, ике авария яғыулығы резервуарҙары ҡуйылған. Әлеге ваҡытта ҡаҙанлыҡтың каркасын эшләгән, авария яғыулығы һаҡлау өсөн келәт төҙөлә.

Бынан тыш, биҫтәнең урамдарын төҙөү буйынса эштәр тамамланған — Шашин һәм Парк урамдарына юл ҡатламы һалынған. Объекттарға 20-нән ашыу кеше һәм 10 берәмек төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән.

Ошо көндәрҙә төҙөлөш майҙанына Башҡортостан Хөкүмәтенең эшсе төркөмө килде. Делегация составына Башҡортостан Хөкүмәте Башлығы урынбаҫары — төбәк проект-контораһы начальнигы Айҙар Батыргәрәев, БР төҙөлөш һәм архитектура министрлығының торлаҡ төҙөлөшөн комплекслы үҫтереү идаралығы начальнигы Александр Борисов, «Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы» дәүләт учреждениеһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Дамир Ғиләзитдинов ингән.

Төҙөлөп ятҡан объекттарҙы тикшергәндә тейешле күрһәтмәләр бирелде, шулай уҡ эштең раҫланған графиктарға ярашлы алып барылыуы билдәләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 33-сө биҫтәлә төҙөлөш эштәре уҙған йылдың июлендә башланған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас