

Беренсе һәм икенсе тур йомғаҡтары буйынса дөйөм рейтингта иң күп балл йыйыусы ун призёр финалда еңеүсе исеме өсөн көрәште. Дебаттар һөнәри эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләрен һәм республикабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү перспективаларын тикшереү форматында уҙҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү системаһында барған яңыртыуҙар өлкәһендә заманса мәғариф системаһын трансформациялау мәсьәләләрен тикшерҙе.
Уҡытыусы һәм остаз йылында бәхәстә ҡатнашыусылар шулай уҡ йәш белгестәргә ярҙам итеү механизмдарын, профессиональ эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын асты, мәктәпкәсә белем биреү системаһында килеп тыуған мәсьәләләрҙе конструктив хәл итеүгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Айбулат Хажин конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм барыһына ла уңыштар теләне.
– Конкурс – ул һәр ваҡыт яуаплылыҡ, тәү сиратта, үҙең алдында, тәрбиәләнеүселәрең, ата-әсәләрең, коллективың, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы алдында. Бәйгелә ҡатнашҡан бөтә педагог-призерҙар ҙа еңеүсе булды, һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылары булып танылды инде. Еңеүсе быйыл көҙ республика исеменән федераль кимәлдә сығыш яһаясаҡ, – тине Айбулат Вәкил улы.
Фото: Т. АМАНОВ.