

– Йыл һайын конкурс республикабыҙҙың иң яҡшы педагогик кадрҙарын берләштерә. Уның тарихы - ул хеҙмәте ижады һәм үҫеше менән айырылғыһыҙ бәйләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының ҡаҙаныштары тарихы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһын үҫтереүгә, яңыртыуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлде һәм бүлә. Һуңғы 3-4 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тышҡы өлөшө үҙгәрә, – тип билдәләне республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Конкурста республиканың 55 муниципалитетынан 91 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы уҡытыусыһы ҡатнашты. Сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Раил Ғәзизов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсында Өфө районы Жуков ауылының «Карлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Валерьевна Бакиева еңеү яуланы.
«Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында Өфө ҡалаһының 202-се Полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Азат ҡыҙы Ишбаева еңеү яуланы.
Конкурс еңеүселәре федераль этапта көсөн һынаясаҡ. «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүсеһе әлеге йылдың көҙөндә Волгоград ҡалаһында үтәсәк «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ.
«Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүсеһе ошо йылдың ноябрендә Төньяҡ Осетия-Аланияла уҙасаҡ «Туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.