Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 16:51

Кескәй ҡыҙҙар балға йыйылды

Өфөлә өсөнсө тапҡыр  «Кескәй принцессалар балы» үтте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән сараға республикабыҙҙың район-ҡалаларынан сәләмәтлеге буйынса  мөмкинлеге сикләнгән 265 ҡыҙ йыйылды. Балда ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Кескәй ҡыҙҙар балға йыйылдыКескәй ҡыҙҙар балға йыйылды
Кескәй ҡыҙҙар балға йыйылды

Сара башланыр алдынан төбәк етәксеһе байрам балын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән меценаттар менән осрашты. Радий Хәбиров уларға байрамды әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәре һәм мәрхәмәтлек сараларында даими ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһында «Кескәй принцессалар балы»нда ҡатнашыусылар өсөн фотозона, артистарҙың һәм аниматорҙарҙың сығышы ойошторолдо. Артабан ҡыҙҙарҙы бай программа - оҫталыҡ дәрестәре, ижади күргәҙмәләр, визаж студияһы, театр тамашалары һәм байрам балы көтә ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусы йәш ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

– Һеҙҙе матур яҙғы байрам менән ҡотлайым. Һеҙ беҙҙең өсөн - ысын мәғәнәһендә бәләкәй принцессалар. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күргән аҡыллы, көслө, сабыр әсәләрегеҙҙе лә ҡотлайым. Республикабыҙҙа бындай байрамдар даими үткәрелһен өсөн тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡотлауға ҡушылды.

– Был үҙенсәлекле, тылсымлы байрам. Бында барыһы ла ғәҙәтигә әйләнде. Һеҙ бөгөн иң ҡыйыу теләктәр теләй алаһығыҙ. Йылмайығыҙ һәм бәхетле булығыҙ, – тип теләне Каринэ Хәбирова.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас