

Башҡортостандың эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеүе бүлмәһендә ер төҙөлөшө һәм ерҙе кадастраль баһалау шәхси консультациялар үткәрелде. Сараны юрист, йәмәғәт эксперты Екатерина Малахова алып барҙы.
— Эшҡыуарҙар йыш ҡына билдәле бер өлкәлә белеменең етмәүе арҡаһында төрлө проблемаға тарый, хата эшләй. Сөнки күп осраҡта эшҡыуарҙарға бизнес алып барыуҙың нескәлектәрен үҙ тәжрибәһе менән үҙ аллы өйрәнергә тура килә. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә даими рәүештә профессиональ юристар менән саралар үткәрелә. Был эшҡыуарҙарға компетенцияларын яҡшыртырға, артабанғы хаталарҙан ҡотолорға, эш сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова.
Сараға төрлө өлкәләрҙән эшҡыуарҙар килгән. Улар реаль ваҡытта эксперт менән аныҡ проблемаларҙы анализлап, уларҙы хәл итеүҙең ысулдарын билдәләне. Эшҡыуарҙарҙың һорауҙары күбеһенсә кадастр баһалауға ҡағыла, шулай уҡ ер участкаларын дәүләт һәм муниципаль милеккә ҡуртымға биреү буйынса. Консультация барышында күп кенә мәсьәләләр хәл ителде.
– Бындай саралар барышында эшҡыуарҙарҙың фекер алышыуы һәм шәхси тәжрибә менән уртаҡлашыуы бик мөһим. Ҡатнашыусылар консультациялар барышында алынған белемде практикала уңышлы ҡуллана алыр тип ышанам, - тип билдәләне эксперт.
Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә телефон аша яҙылырға мөмкин: +79174001818, +7 (347) 218-18-18.