Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 18:00

Денис Сәлимуллин көрәштә еңеп, тәкә алып ҡыуанды

Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында ҡышҡы ауыл уйындары уҙҙы.  

Денис Сәлимуллин көрәштә еңеп, тәкә алып ҡыуандыДенис Сәлимуллин көрәштә еңеп, тәкә алып ҡыуанды
Денис Сәлимуллин көрәштә еңеп, тәкә алып ҡыуанды

Республика кимәлендә «Айы ауыл» конкурсы дауам итә. Муниципаль этапта ҡатнашҡан 1200 ауылдың 54-е республика этабына сыҡты. Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылы ла финалға сығыусы ауыл исемлегендә.

Ошо көндәрҙә ауыл халҡы ауыл уйындарына йыйылды. Ойошторолған сараны ҡарарға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа  – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе  Рөстәм Сәлим улы Баянов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле Ирина Зәлиф ҡыҙы Даутова, Кушнаренко районы советы сәркәтибе Айвар Әхнәф улы Таңғатаров, Кушнаренко районы мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Кушнаренко районындағы башҡарма комитеты рәйесе Ильвира Нәзир ҡыҙы Сахауова килде. Улар ауылдың мәсетен, балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны, ауыл менән яҡындан танышты, мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды. Унан һуң мәҙәниәт йортонда уҙған «Мин был ерҙе матурларға тыуҙым» тип исемләнгән быуындар осрашыуына йыйылдылар.

Осрашыуҙан һуң урамда ҡунаҡтар һәм ауыл халҡын тәмле былау көтә ине. Самауырҙа ҡайнаған мәтрүшкәле сәйҙе эсеп алғас, уйындар башланды. Сүлмәк ватыу, тоҡ һуғышы, ауыҙға йомортҡалы ҡалаҡ ҡабып, көйәнтәле биҙрәләр менән йүгереү һәм башҡа һабантуй уйындары гөр килде. Килгән ҡунаҡтар ҙа түҙә алманы, Рөстәм Сәлим улы күҙҙәрен бәйләп, сүлмәк ватты, Ирина Зәлиф  ҡыҙы менән  Ильвира Нәзир кызы көйәнтәле һыу менән тулы биҙрәләр менән йүгерҙе. Көрәште лә мауығып күҙәттек. Ауыл батыры Денис Сәлимуллин көрәштә еңеп, тәкә алып ҡыуанды.

 

Фото: Т АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас