

Республиканың 2022 йылға суд тармағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре һәм яҡын киләсәккә бурыстар ҡаралды.
Радий Хәбиров суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, артабан да халыҡтың законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Ултырышта уңышлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды.
Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихы булған суд системаһы эштең юғары һөҙөмтәлелеген тәьмин итә, кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ышаныслы яҡлай, тип һүҙ башланы республика Башлығы.
«Судьялар һәм хеҙмәткәрҙәр, даими эш йөкләмәһе артыуға ҡарамаҫтан, улар алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Былтыр республика судтары 1,3 миллион эште һәм материалды ҡараны. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда туғыҙ процентҡа күберәк. Ҡаралған гражданлыҡ эштәре дүрттән бер өлөшөнә тиерлек артҡан. Пандемияның ауыр осорон беҙ бергәләп лайыҡлы үттек, сикләүҙәр һәм тыйыуҙар аҫтында эшләнек, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, хәҙер төп бурыстарҙың береһе – махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләү һәм улар менән ярҙам итеү.
«Беҙ бөтә өлкәләрҙә лә ҙур эш алып барабыҙ һәм республиканың суд системаһы хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ СВО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә юғары профессиональ ярҙам күрһәтер тип көтәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.