Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2023, 07:41

"Башҡортостандағы һауа таҙалығы"

БСТ-ла үткән брифингта мөһим экология мәсьәләләре тикшерелде.

"Башҡортостандағы һауа таҙалығы""Башҡортостандағы һауа таҙалығы"
"Башҡортостандағы һауа таҙалығы"

Башҡортостанда тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов Мәскәүҙән тура эфирҙа экология һәм һауа буйынса брифингҡа ҡушылды. Ул Рәсәй ҡалаларында үткәрелгән экологик мониторинг тураһында һөйләне һәм Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында бүленеп сыҡҡан ташландыҡ матдәләрҙең рекордлы булыуын билдәләне. 

— Республиканың көньяғындағы төп һауа бысратыусылар — "Башҡорт сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Газпром Нефтехим Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек эре предприятиелар. Был ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәре менән бәйле Мәскәүҙә республика властары һәм күҙәтеү органдары ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Росприроднадзор предприятиеларҙа ташландыҡтарҙы инвентаризациялау үткәрергә килештек. Бынан һуң күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса аныҡ саралар ҡабул ителәсәк, — тине Константин Цыганов.

Рәсәй Федерацияһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары әйтеүенсә, предприятиелар кешеләр өсөн асыҡ булырға тейеш һәм һәр кем заводҡа барып, производствоны модернизациялау барышын үҙҙәре күрә ала.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас