

- Был - "Башҡортостан республикаһы ирекмәне" билдәһе. Бөгөн тәүге тапҡыр уны иң лайыҡлыларға тапшырҙыҡ. Быны республикала тәүгә үткән ирекмәндәр форумында эшләнек.
Хәҙер ирекмәнлек - экстремаль шарттарҙа ауыр бурыстарҙы үтәгән меңәрләгән әүҙемсене берләштергән ҡеүәтле хәрәкәт. Әлбиттә, конгресс-холл майҙансығы бөтә ирекмәндәрҙе лә һыйҙыра алманы. Улар күберәк.
Добро.ру федераль платформаһында республикабыҙҙан 76 мең ирекмән һәм 700 ирекмәнлек ойошмаһы теркәлгән. Бик күп кеше көн дә изгелек ҡыла һәм был хаҡта бер ҡайҙа ла һөйләмәй. Беҙҙең бурыс - шундайҙарға ярҙам итеү. Беҙ быны эшләйбеҙ һәм эшләйәсәкбеҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе.