

Башҡортостан Берҙәм милли географик мәғлүмәттәр системаһының берҙәм электрон картографик нигеҙен булдырыу маҡсатында республика тораҡ пункттарының сиктәре тураһындағы 2,8 меңдән ашыу мәғлүмәт Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән. Был уларҙың дөйөм һанының 62 процентын тәшкил итә. 2023 йыл аҙағына тиклем мәғлүмәттең 80 процентын йөкләү пландары бар. Был турала төбәк муниципалитеттарының баш архитекторҙарын әҙерләү семинарында хәбәр ителде.
— Башҡортостанда берҙәм цифрлы платформа булдырыу буйынса федераль проектта ҡатнаша. Дәүләт органдары уның ярҙамында ер һәм күсемһеҙ милек тураһындағы тулы һәм аныҡ мәғлүмәттәр нигеҙендә идара итеү ҡарарҙары ҡабул итергә мөмкин. Сиктәрҙе аныҡлау республиканың ер ресурстары менән һөҙөмтәле идара итеүгә булышлыҡ итә, уларҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттыра. Беҙҙең семинарҙара архитекторҙар үҙ эшендә көн дә осраған күп һорауҙарға яуап алырға мөмкин, — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ойошторған семинарҙа Рәсәй Президентының «Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләрен үтәүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Сарала республиканың бөтә муниципалитеттарының 70-тән ашыу вәкиле, БР буйынса Росрестр, урман хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашты, төҙөлөш тармағы вәкилдәре доклад менән сығыш яһаны. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов тораҡ пункттар биләмәһендәге урман ерҙәрен урман фондынан тораҡ пункттары ерҙәренә күсереү мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген күтәрҙе.
Башҡортостан буйынса Росрестр-ҙың ер төҙөлөшө һәм ер мониторингы бүлеге начальнигы Зухра Сәйетгәрәева билдәләүенсә, бөгөн Благовар һәм Ҡариҙел райондарында, Ағиҙел, Белорет, Баймаҡ, Бөрө ҡалаларында тораҡ пункттарҙың сиктәрен индереү буйынса эштәр тулыһынса тамамланған. Тағы ла 14 муниципалитетта был эштәр 90 проценттан ашыуға тамамланған.
2023 йыл аҙағына, дөйөм алғанда, республикала тағы ла 1730 тораҡ пункты сиктәре тураһында мәғлүмәтте реестрға индерергә кәрәк.
– Был ҙур эш, – тине ул. — Тап шуның өсөн дә уҙған йыл аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте тораҡ пункттарҙың сиктәрен тасуирлау буйынса эш планын һәм графигын раҫланы. Был маҡсатта муниципаль берәмектәр бюджетына субсидия биреү һәм бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индереләсәк.
Семинар барышында хәҙерге архитектура тенденциялары ла ҡаралды, атап әйткәндә, аҙ ҡатлы һәм бейек йорттар төҙөлөшөндә аҫылмалы фасад системаларын ҡулланыу.