

Бөгөн Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы һәм ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышы уҙҙы. Был 2023 йылда яҙғы ташҡынды иҫкәртеү өсөн көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеге, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙең берҙәм системаһы мәсьәләләре ҡаралды.
— Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһының эше иң насар хәлдәргә планлаштырыла. Бындай осраҡта һыу баҫыу зонаһына 42 муниципаль берәмек, 20 меңдән ашыу йорт һәм 80 меңгә тиклем кеше инә. Анализ күрһәтеүенсә, күп осраҡта ямғыр канализациялары, һыу үткәргестәр ҡыйланыуы арҡаһында ҡар һыуҙары баҫып ала», — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов комиссия ултырышын асып.
Артабан комиссия ағзалары Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, шулай уҡ район хакимиәте етәкселәренең докладтарын тыңланы.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ваҡытлыса йәшәү пункттарының әҙерлеге, шартлатыусылар командаларының эшен ойоштороу, иҫкәртеү системаһын булдырыу һәм хеҙмәтләндереү, шулай уҡ «112» берҙәм номеры менән ашығыс һәм оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙы тәьмин итеү системаһының эшләүе тураһында доклад менән сығыш яһаны:
— Республиканың йылға-күлдәрен күҙәтеү өсөн Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Ка-32» янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты әҙерләнәсәк. Былтыр вертолет йылғаларҙың тығындар хәүефе булған участкаларын асыҡларға һәм тығындарҙы тиҙ арала бөтөрөү, шулай уҡ ташҡын зонаһындағы актуаль хәлде баһалау өсөн тейешле саралар күрергә мөмкинлек бирҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты «2.0. ташҡын» геоинформация системаһын эшләүҙе дауам итә, уны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында «Географик мәғлүмәт системаһы» бүлегендә бөтә граждандар ҙа ҡуллана ала», — тине ул үҙ сығышында.
Ул шулай уҡ алдағы ташҡын хәүефе осоронда автоматик гидропосттарҙың һаны 57-гә тиклем арттырылыуын билдәләне. Тәүге тапҡыр гидропосттар Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында урынлаштырыласаҡ.