Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 08:50

ТЗА яңы үрҙәр яулай!

Радий Хәбиров Туймазылағы автобетоновоздар заводы хаҡында һөйләне. 

ТЗА яңы үрҙәр яулай!ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!

- Туймазыла илдәге берҙән-бер бетон бутағыс машиналар етештереү компанияһы эшләй — «Туймазы автобетоновоздар заводы» (ТЗА). Ул «КАМАЗ» Рәсәй автогиганты структураһына инә һәм 2021 йылдан тағылмалар етештереү буйынса ҙур проектты тормошҡа ашыра.

Хәҙер беҙҙең яңы пландарыбыҙ бар – ТЗА Туймазы районында булдырылған "Мастер" индустриаль паркына резидент буласаҡ. Шуныһы мөһим: тағы ла 10 предприятиены ҡабул итеү һәм 500-ҙән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеге бар. Проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 1,3 млрд һум тәшкил итә.

Туймазыла уңышлы үҫешә барған мебель кластеры менән берлектә был Башҡортостандың көнбайыш төбәгендә ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге буласаҡ, - тип яҙа Радий Хәбиров.

ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
ТЗА яңы үрҙәр яулай!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас