Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 10:07

Республика предприятиелары яңы программала ҡатнаша

Башҡортостан предприятиеларын «Экспорт үҫеше акселераторы» программаһында ҡатнашырға саҡыралар.

Республика предприятиелары яңы программала ҡатнашаРеспублика предприятиелары яңы программала ҡатнаша
Республика предприятиелары яңы программала ҡатнаша

  Был программа предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның тәүге модуле 15 мартта старт ала.   

 –     2019 – 2022  йылдарҙа программала 700 предприятие ҡатнашты, шуларҙың 25 проценты 16,8 млрд һумдан ашыуға 392 килешеү төҙөнө, – тип аңлатма бирә БР Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары  – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. 

 Билдәләнгән маҡсатҡа ирешеү өсөн предприятиелар программа сиктәрендә өс модуль буйынса әҙерлек үтә. Уларҙың һәр береһе айырым темаға арнала.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас