

– Был майҙансыҡ инвесторҙарҙы республиканың өс ҙур ҡалаһы менән ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал. Бындай агломерация һатып алыусылар ағымын формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, участканы электр, газ, һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу мөмкинлеге бар, шулай уҡ ул инә торған юлдар менән тәьмин ителгән, - тип аңлатты Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Инвестиция майҙансығы менән потенциаль инвесторҙар онлайн форматта таныша ала. Мәҫәлән, Үҫеш корпорацияһы сайтында ер участкаһының техник һәм инфраструктура характеристикаларын өйрәнергә мөмкинлек биргән виртуаль тур эшләй.
Фото: Т. АМАНОВ.