Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 12:01

Бизнес өсөн – яңы ярҙам программалары

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Минең бизнесым» эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү үҙәктәрендә бизнес өсөн яңы ярҙам программаларын ғәмәлгә индерҙе.

Бизнес өсөн – яңы ярҙам программаларыБизнес өсөн – яңы ярҙам программалары
Бизнес өсөн – яңы ярҙам программалары

–  Хәҙер республикабыҙҙың «Минең бизнесым» үҙәге офистарында төбәк эшҡыуарҙары маркетплейстарға сығыу һәм хеҙмәткәрҙәр һайлау буйынса дәүләт ярҙамы саралары менән файҙалана аласаҡ. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эшләй башлаған компаниялар менән берлектәге проект уларға тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен һөҙөмтәлерәк үҫтерергә ярҙам итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Ozon партнерлыҡ программаһының федераль операторҙарының береһе булып тора. Маркетплейс эксперттары яңы һатыусыларға платформала эшләү нескәлектәре буйынса консультация бирә. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға биш мең бонуслы балл өҫтәләсәк, уларҙы тауарҙарҙы алға этәреүгә тотонорға мөмкин буласаҡ. Программа шәхси эшҡыуарҙарға һәм быға тиклем һеҙҙең менән эшләмәгән юридик берәмектәргә генә ҡағыла.

Икенсе партнерлыҡ программаһы буйынса Башҡортостандың социаль предприятиеларына персонал һайлап алыу буйынса ике вакантлы урынды HeadHunter сайтында бушлай урынлаштырыу мөмкинлеге бирелде. Вакансияларҙы эшселәрҙе эшкә алыу ихтыяжы килеп тыуған мәлдә баҫтырып сығарырға мөмкин. Ярҙам сараһынан 2023 йылдың аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас