Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 16:42

"Башҡортостан командаһы бокс буйынса ил ярышында еңеү яуланы"

Башҡортостанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдар һәм мәғариф ойошмалары араһында беренселеге тамамланды.

"Башҡортостан командаһы бокс буйынса ил ярышында еңеү яуланы""Башҡортостан командаһы бокс буйынса ил ярышында еңеү яуланы"
"Башҡортостан командаһы бокс буйынса ил ярышында еңеү яуланы"

 Рингта "Рәсәй Эске эштәр министрлығының иң яҡшы боксеры" исеме өсөн 300-гә яҡын спортсы көс һынашты. Өфөгә Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдарынан һәм 15 мәғариф ойошмаһынан, шулай уҡ Үҙәк һәм Волга буйы федераль округтарының транспорт идаралыҡтарынан йыйылма командалар килде.

Турнирҙы тантаналы ябыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, республика Бокс федерацияһының Попечителдәр советы рәйесе Андрей Назаров ҡатнашты. Ул чемпионат еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.

Премьер-министр билдәләүенсә, бокс — Башҡортостанда иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Республикала уның үҫеш тарихы 100 йылдан ашыу. Бөгөнгө көндә был төбәк өсөн төп спорт төрө, уның менән 8 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.

— Башҡортостан спорттың төрлө төрҙәрен әүҙем үҫтерә. Беҙ спорт үҙәктәре төҙөү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса күп эштәр башҡарабыҙ. Былтыр ғына республикала 252 спорт объекты файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың һаны 13 меңдән ашып китә. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урында торабыҙ, беренселекте Мәскәү биләй. Артабан да лидерлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип өҫтәне Андрей Назаров.

Премьер-министр үҙ сығышында Башҡортостан Бокс федерацияһы ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне, ул уҙған йыл аҙағында илдә иң яҡшыһы тип танылды, ә уның рәйесе - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сәғит Аслаев. Андрей Назаров шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығына, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына, Рәсәй Бокс федерацияһына, судьяларға һәм тренерҙарға чемпионатты ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас