

Ильяс Һағынбәк Башҡортостанға Ҡаҙағстандан килгән. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған сағында уҡ башҡорт телен өйрәнгән. Шәхси тәжрибәһе уға башҡорт телен өйрәнеүҙә үҙ системаһын уйлап табырға ярҙам иткән - ул төрки телдәрҙе сағыштырыуҙан ғибәрәт һәм үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ильяс Жарҡымбәк улының алымы уҡыусыларға материалды яҡшыраҡ һәм тиҙерәк үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
Иғтибар менән ҡарағыҙ - бик ҡыҙыҡлы.
Фото: Т. АМАНОВ.