

2023 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы етештереүселәренә 5,2 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы биреләсәк. Шул иҫәптән республика бюджеты иҫәбенә 2,8 миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Был былтырғыға ҡарағанда 37 процентҡа күберәк.
– Бюджетҡа йөкләмә артыуға ҡарамаҫтан, республика быйыл ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күләмен арттыра. Шул уҡ ваҡытта ярҙамдың барлыҡ төп йүнәлештәре лә һаҡланып ҡалған. Төбәк етәкселеге яғынан иғтибар ярҙамында аграрийҙарыбыҙ еңел булмаған осорҙа ла, мал, орлоҡ һәм ашламалар үрсетеү, ҡорамалдарҙы әүҙем алыуын дауам итә. Был тармаҡты үҫтереү, ауыл хужалығы производствоһы кимәлен һаҡлау, һәм, әлбиттә, алдағы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү өсөн мөһим, — тине Башҡортостандың премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
023 йылда иген культураларын эшкәртеүгә һәм һатыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн ауыл хужалығы техникаһын, минераль ашламаларҙы һатып алыуға субсидия түләүгә ҙур күләмдә аҡса тотоноласаҡ.