- Махсус операция биләмәһенә Туймазы ҡалаһының "Экология-Т" ойошмаһы ебәргән "Нива" машинаһы килеп етте. Тап ошондай машина беҙгә кәрәк ине - ябай, көслө, еңел ремонтланған. "Нива" теләһә ниндәй ерҙә йөрөргә мөмкин, СВО шарттарында ул бик файҙалы, - тип яҙалар "Башҡорт батальоны" каналында.
Шулай уҡ махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙам һәм башҡорт балы ебәрелгән. Ул төрлө төбәктә госпиталдәрҙә дауаланған яҡташтарыбыҙға тәғәйенләнгән.
Гуманитар ярҙамға Ҡоролтай депутаттарынан һәм эшҡыуарҙарҙан яҡынса миллион һумлыҡ кейем-һалым, оҫталар бәйләгән йылы кейемдәр, башҡорт ырыуҙары һәм район ҡоролтайҙары йыйған посылкалар ингән. Ылау бөгөн юлға сыҡҡан.







