Бөгөн байрам айҡанлы республика автоинспекторҙары бер ҡатын-ҡыҙ-водителде лә күҙҙән ысҡындырмай. Улар руль артында ултырған һәр ханымды күреп, уны туҡтатырға тырыша. Был уларға сәскәләр бүләк итеп, етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлау өсөн генә эшләнә.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «сәскәле» патрулдәр кисә Өфө урамдарының ҡыҙыу хәрәкәтле участкаларында, мәҫәлән, Менделеев урамында ойошторолған.
Ошондай уҡ акцияға ҡалтасылар ҙа ҡушылған, бында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген иҫкә төшөрөп, уларға шарҙар һәм мәғлүмәт листовкалары тапшырған.