

БР Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенконың Башҡортостанға эш сәфәренә йомғаҡ яһаны. Ул республикала федераль инновацияларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне, федераль башҡарма органдар менән конструктив эш итергә ҡушты.
Уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары күрһәтеү тәртибен ябайлаштырыуға йүнәлтелгән ҡарар ҡабул итте. Хәҙер мобилизация факты тураһында мәғлүмәтте тейешле органдар автоматик тәртиптә аласаҡ. Граждандар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында тейешле ярҙам сараларын юлларға мөмкин.
Өфөлә ишеү слаломы комплексының икенсе этабын төҙөүгә һәм төбәк олимпия резервы мәктәбен инфраструктураһын булдырыуға дәүләт экспертизаһы эшләнәсәк. Рәсәй Спорт министрлығына финанслауға ғариза ебәреләсәк.
Башҡортостанда 620 урынлыҡ студенттар ятағы төҙөү ҡарала. Андрей Назаров федераль бюджеттан аҡса алыу өсөн Федераль фән һәм юғары белем министрлығына мөрәжәғәт итергә ҡушты. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында электр-гидравлик приводтары етештереү үҙәген булдырыу мәсьәләһен хәл итергә бурыслы.
Шулай уҡ Фән һәм юғары белем министрлығына Өфө фән һәм техника университеты аспирантураһында бюджет урындарҙы арттырыу йөкмәтелде. Шулай уҡ яңы ятаҡ төҙөү мәсьәләһен хәл итеү бурысы ҡуйылды.