

Бөгөн Белорет районында махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант, танк взводы командиры Данил Дауытовты һуңғы юлға оҙаттылар. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте етәксеһе Андрей Иванюта хәбәр итә.
Данил Йомаҙил улы 1977 йылдың 10 февралендә Әбйәлил районының Ғәбдин ауылында тыуған. Һуңыраҡ ғаиләһе менән Белорет ҡалаһына күсеп килә, унда интернатты тамамлай. Башҡорт дәүләт университетында хоҡуҡ белгесенә уҡый. 1999 йылда Белорет районы прокуратураһында өлкән тәфтишсе вазифаһында эшләй.
2021 йылда хәрби Мәскәү өлкәһенә күсә. Ә уҙған йылдың авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Данил Даутов үҙенең тыуған көнөндә, 10 февралдә һәләк булған.
– Изге күңелле, принципиаль, яҡшы етәксе, киң белемле кеше ине. Ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тип ҡылыҡһырлай яҡташыбыҙҙы хәрби командование.