

Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (8 март 1953 йыл) — радио һәм телевидение ветераны, журналист, сценарийҙар һәм телевизион фильмдар авторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының Кинематографистар союзы ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2022), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012).
Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова (ҡыҙ фамилияһы - Әхмәҙиева) 1953 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.
"Башҡорт Википедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.