

Яугир ошо мәктәптә V класҡа тиклем белем ала. Класс етәксеһе Алиса Шәрифуллина уны бик тырыш, тәртипле уҡыусы, тип телгә ала.
Руслан Иҫәнбаев үткән йылдың 12 июнендә һәләк була. «Герой партаһы»н асыу тантанаһында ауыл хакимиәте башлығы Илнар Сафин һәм район Советы депутаты Рәлиф Хөснөтдинов ҡатнашты. Парта артына ултырыу хоҡуғы III класс уҡыусылары Альбина Хәмиҙуллинаға һәм Илнара Ғәлиәскәроваға бирелде.
Фото: Т. АМАНОВ.