

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте төбәктәрҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу рейтингы һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаған. Республикабыҙ бер йылда 32 позицияға күтәрелеп, Рәсәйҙә алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡҡан.
- Башҡортостан был йүнәлештә иң юғары үҫеш темптары күрһәтте. Хәҙер республика алдында тәүге өсәү иҫәбенә инеү бурысы тора, - тине Хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов.