Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 12:30

Айбулат тағы бер автомоделде төҙөп бөткән

Оҫта ҡуллы хеҙмәттәшебеҙ үҙенең эше хаҡында видеояҙмала тәфсирләп һөйләй. 

Хеҙмәттәшебеҙ Айбулат Ишназаровтың сираттағы автомоделе - тере балыҡ ташыу өсөн ЗиЛ-130 йөк машинаһының 43 тапҡырға кесерәйтелгән күсермәһе.

- Бының кеүек техниканы балыҡсылыҡ хужалыҡтары, рыбхоздар, "Океан" кеүек магазиндар ҡулланған. Цистернаның ике бүлеге айырым, һәр береһенең ҡапҡасы һәм һыуға һауа өрҙөрөү системаһы бар. Бынан тыш, ал яҡтағы йәшниккә һыу йылынмаһын өсөн боҙ һалына. балыҡтар тонсоҡмаһын өсөн айырым ресиверҙан цистерна бүлектәренә туҡтауһыҙ һауа өрҙөрөлә.

Советтар Союзында АЦЖР машиналары ЗиЛ һәм ГАЗ нигеҙендә булған. Әмир ағай Солтангәрәев әйтеүенсә, бындай техника Көйөргәҙелә, балыҡ үрсетеү хужалығында ҡулланылған.

Модель 1/43 үлсәмендә. Деталдәрен эшкәртеп, йәбештереп, аҙаҡ эре узелдарҙа грунтлап-буяп эшләнем. Запас тәгәрмәсте кабина артынан алып уң яҡтан рам буйына ҡуйҙым һәм урынына һауа ресиверы урынлаштырылды. Акрил грунт һәм буяуҙар ҡулланылды, аэрограф һәм бумалалар менән эшләнем. Кабина диңгеҙ тулҡыны төҫөнә буялған һәм лакланған. "Евролуч" ФГ-140 фарҙары, ПФ-130 подфарниктары һәм КамАЗ-дан артҡы фонарҙәр ҡуйҙым. Кабина түбәһендәге артыҡ люкты ҡырып ташлап, урынына автопоезд сигналдарын урынлаштырҙым, - ти Айбулат.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас