Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 12:13

Авария хәлендәге торлаҡтан 6792 кеше күсерелгән

Был хаҡта төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һөйләне.

Авария хәлендәге торлаҡтан 6792 кеше күсерелгәнАвария хәлендәге торлаҡтан 6792 кеше күсерелгән
Авария хәлендәге торлаҡтан 6792 кеше күсерелгән

Башҡортостанда 2019 йыл башынан 80 мең квадрат метрҙан ашыу авария хәлендәге торлаҡтан 6792 кеше яңы фатирҙарға күсенә алған. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған йорттар ингән. Бындай һандарҙы республиканың төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин иғлан итте. 2022 йылда 41 күп фатирлы йорт сафҡа индерелгән. Тағы дүрт йорт 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ — Мишкәлә ике йорт һәм Яңауыл районында ике йорт.

Рәсәй төбәктәрендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Милли проект ярҙамында 474,47 мең рәсәйле йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.

«Бөгөнгө көнгә 28 төбәк граждандарҙы иҫкергән торлаҡтан күсереү буйынса федераль проекттың маҡсаттарын тулыһынса үтәне, улар 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем шулай тип танылған. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы ла бар», — тине вице-премьер Марат Хөснуллин. 

2023 йылда БР Төҙөлөш министрлығы авария хәлендәге торлаҡтарҙан кешеләрҙе күсереү буйынса яңы программа әҙерләйәсәк һәм тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Ул 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙа авариялы тип танылған йорттарға ҡағыласаҡ. Республиканың 40 муниципаль берәмегендә 600-гә яҡын ошондай йорт бар.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас