Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 08:29

Яугирҙың туғанын тапҡандар

Өфөлә СВО-ла һәләк булған Иван Евсюковтың яҡын туғанын эҙләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек.

Яугирҙың туғанын тапҡандарЯугирҙың туғанын тапҡандар
Яугирҙың туғанын тапҡандар

Башҡортостанда Бүрәт республикаһынан махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Иван Евсюковтың берҙән-бер туғанын эҙләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек. Ирекмәндәр егеттең бер туған апаһын бер тәүлектә тапҡан.

«Үкенескә күрә, апалы-ҡустылы үҙ-ара аралашмаған», – тип хәбәр итте ирекмәндәр.

Иван Евсюков Бүрәт республикаһының Төньяҡ Байкал районында йәшәгән. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләгәндәр. Көҙ айҙарында мобилизацияға эләккән. Һалдаттың кәүҙәһен Бүрәт республикаһына 11 мартта алып ҡайтасаҡтар. Матәм сараһы Түбәнге Ангарск ауылында үтәсәк.

Яуҙа һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас