Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 13:15

Мобилизацияланған кешенең аҡсалата тәьминәт күләме нимәгә бәйле

 Хәрби вазифаһына, биләгән хәрби дәрәжәһенә, нисә йыл эшләүенә һәм хәрби хеҙмәтте үтеү шарттарына бәйле.

Мобилизацияланған кешенең аҡсалата тәьминәт күләме нимәгә бәйлеМобилизацияланған кешенең аҡсалата тәьминәт күләме нимәгә бәйле
Мобилизацияланған кешенең аҡсалата тәьминәт күләме нимәгә бәйле

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты үҙенең ҡарары менән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мобилизацияланған кешенең минималь аҡсалата түләү күләме календарь ай өсөн кәмендә 195 мең һум тәшкил итергә тейеш, тип билдәләне. Түләү кемгә тейеш? Мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

❓ Аҡсалата тәьминәткә нимә инә

— Хәрби званиеға ярашлы, айлыҡ оклад (ябай рядовойҙан алып - 6026 һум - полковникка тиклем - 15 667 һум)

— Биләгән хәрби вазифаға ярашлы, айлыҡ оклад (курсант - 8437 һум, уҡсынан - 12 052 һум - полк командирына тиклем - 31 934 һум)

— Хеҙмәт йылдары өсөн айлыҡ өҫтәмә (2 йылдан артһа - 10 процент, 5 йылдан алып 10 йылға тиклем - 15, 10 йылдан 15 йылға тиклем - 20, 15 йылдан алып 20 йылға тиклем - 25, 20 йылдан алып 25 йылға тиклем - 30 процент, 25 йылдан артһа, хәрби звание һәм хәрби вазифа окладтарының 40 проценты)

— Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың бөтә категорияһына ла хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн айлыҡ өҫтәмә (хәрби вазифа окладының 60 проценты)

— Хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн айлыҡ өҫтәмә (һалдаттарҙың беренсел хәрби вазифаһын (1 - 4-се тариф разрядтары) - уҡсы, өлкән водитель, снайпер һәм башҡалар) биләгән хәрби вазифа окладының 50 проценты

— Вазифа бурыстарын намыҫлы һәм һөҙөмтәле үтәгән өсөн аслыҡ премия (хәрби звание һәм хәрби вазифа окладтарының 25 процентҡа тиклеме)

— Йыл һайын матди ярҙам (хәрби звание буйынса бер оклад һәм хәрби вазифа буйынса бер оклад)

Рәсәй Президентының 2022 йылдың 2 ноябрендәге «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында»ғы 787-се указы https://vk.cc/cig7LI

Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырылғандарға ниндәй өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған

Аҡсалата түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй Оборона министрлығы сайтында https://cabinet.mil.ru/news/item/58447/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас