Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 12:14

Газ яғыулығына күсеү отошлораҡ

Арзан да, зыянһыҙ ҙа.

Газ яғыулығына күсеү отошлораҡГаз яғыулығына күсеү отошлораҡ
Газ яғыулығына күсеү отошлораҡ

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостанда транспорт сараларын газ яғыулығына күсереү буйынса алып барылған эштәр тикшерелде.

Республикала 2019 йылдан газ двигателдәре яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса саралар ғәмәлгә индерелде. Эштәр, шул иҫәптән «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» төбәк программаһына ярашлы алып барыла. 2022 йылда метанға 1136 транспорт сараһы, шул иҫәптән коммуналь хужалыҡ теникаһы күсерелә. Был 2021 йылда ҡарағанда 11 процентҡа күберәк.

— 2022 автомобилдәрҙең газ-мотор яғыулығындағы өлөшөн арттырыу маҡсатында 58,4 млн һум аҡса бүленгән. 2023 йылда Башҡортостанға автомобиль ҡорамалдарын, шул иҫәптән йәмәғәт транспортын һәм коммуналь хужалыҡ теникаһы газ яғыулығына күсереү өсөн бүленгән федераль бюджет аҡсаһы былтырғы финанслауҙан бер ярым тапҡырға артығыраҡ буласаҡ. Ошо маҡсатта 89,3 млн һум ҡаралған, — тине Андрей Назаров.

Республика бюджетынан газ ҡойоу станцияларын төҙөү өсөн субсидиялар бирелә, тип билдәләне Премьер-министр.

— Беҙҙең республика бындай станциялар һаны буйынса Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә. «Газпром Газомоторное Топливо» рейтингының комплекслы күрһәткесе буйынса беҙ 3-сө урында торабыҙ. Республикала 51 автомобиль газ тултырыусы компрессор станцияһы бар. Газ ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә кәрәк. Яғыулыҡ ҡойоу инфраструктураһын үҫтереү менән конверсияланған транспорт саралары һаны араһында тигеҙлек һаҡлап, быны тигеҙ эшләргә тырышыу мөһим. Республиканың 2023 йылға планлаштырылған күрһәткесе — 3674 транспорт сараһын йыһазландырыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Республикала газ яғыулығы баҙарының хәҙерге торошо тураһында Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шелдяев һөйләне.

Сәнәғәт министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, республикала газ тултырыусы компрессор станцияларының урындарҙың географияһы баш ҡаланан райондарға табан киңәйә. Төҙөлөш майҙанын һайлағанда инвесторҙар тәү сиратта газ ҡойоу станцияларын төҙөү перспективаларын ҡарай.

Премьер-министр район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәренә газ яғыулығы баҙарын популярлаштырыу буйынса эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы шәхси контролгә алырға ҡушты. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына иҡтисади анализ яһарға, бизнесҡа ярҙам саралары булдрырға ҡушты.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас