Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 12:00

Донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн

Гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, уй-теләктәребеҙ ҡабул булһын өсөн, Бәраәт кисе алдынан  көндөҙ ураҙа тотоп, кисен ғибәҙәттә үткәреү  бик сауаплы. Был кистә, ахшам намаҙынан һуң,  «Йәсин» сүрәһен тулыһынса өс тапҡыр уҡыу бик һәйбәт.  Беренсе тапҡыр донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн уҡыла. Видеояҙмала Сибайҙан Дилара апай Рафиҡова "Йәсин" уҡый.

Донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөнДонъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн
Донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн
  1. Ошолай ниәт әйтелә:

«Йә, Раббым, донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн “Йәсин” сүрәһен уҡырға ниәт иттем”. Унан «Йәсин» сүрәһен уҡығандан һуң, «Бәраәт” доғаһы (аҫта бирелгән) уҡыла.

  1. Икенсеһен уҡығанда ошондай ниәт әйтелә:

«Йә, Раббым, был донъяла оҙон, ғибәҙәтле ғүмер насип булһын өсөн “Йәсин” уҡырға ниәт иттем», – тигәс, «Йәсин” һәм «Бәраәт” доғаһы уҡыла.

  1. Өсөнсө тапҡыр ошондай ниәт әйтелә:

«Раббым, мине, ғаиләмде һәм яҡындарымды бөтөн насарлыҡтарҙан һаҡлар  һәм ризыҡтарыбыҙҙы мул итер өсөн “Йәсин” уҡырға ниәт иттем. Унан «Йәсин» уҡыла, унан һуң, “Бәраәт” доғаһы уҡыла.

«Бәраәт» доғаһы:

اَللَّهُمَّ اِنْ كُنْتَ كَتَبْتَ اِسْمِي شَقِيًّا فِي دِوَانِ الْاَشْقِيَاءِ فَامْحُهُ وَ اكْتُبْ فِي دِوَانِ السُّعَدَاءِ وَ انْ كُنْتَ كَتَبْتَ اِسْمِي سَعِيدًا فِي دِوَانِ السُّعَدَاءِ فَاثْبُتْهُ فَاِنَّكَ قُلْتَ فِي كِتَابِكَ الْكَرِيمِ يَمْحُ اللَّهُ مَا يَشَاءُ وَ يُثْبِتُ وَ عِنْدَهُ اُمُّ الْكِتَابِ

Аллаһуммә инң күнңтә кәтәбтә исмии шәҡиййән фии диүәәниль-әшҡийәә'и фәмхуһу үәктүб фии диүәәнис-сүғәдә'и. Үә инң күнңтә кәтәбтә исмии сәғиидән фии диүәәнис-сүғәдәә'и фәҫбүтһу фәиннәкә ҡультә фии китәәбикәль-кәриими: Йәмхуллааһу мәә йәшәә'ү үә йүҫбитү үә ғиндәһу уммуль-китәәб.

Мәғәнәһе: Йә Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп юҡ итһәң ине һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит. Ысынлыҡта, һин Ҡөръәни-Кәримеңдә: “Аллаһы Тәғәлә нимәне теләһә, ләүхул мәхфуздән шуны һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә беркетер, һөртөлмәҫ итәр”, – тип әйтәһең.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас