Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 11:30

ДНК-тест уҡыусының һөнәри йүнәлешен билдәләргә ярҙам итәсәк

Балаларҙың билдәле бер фәнгә ынтылышын ДНК-тест ярҙамында билдәләргә теләйҙәр.  

ДНК-тест уҡыусының һөнәри йүнәлешен билдәләргә ярҙам итәсәкДНК-тест уҡыусының һөнәри йүнәлешен билдәләргә ярҙам итәсәк
ДНК-тест уҡыусының һөнәри йүнәлешен билдәләргә ярҙам итәсәк

Уны Дәүләт Думаһында тәҡдим итәләр. Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты башлығы Артем Метелев фекеренсә, бындай тест өлкән класс уҡыусыларына әҙерлек йүнәлештәрен билдәләргә, тимәк, БДИ тапшырыу өсөн фәндәрҙе һайларға ярҙам итәсәк.

Бындай уй буштан-бушҡа килеп тыумаған. Алыҫ Көнсығыш федераль университетында «Спорт генетикаһы» программаһы эшләй. Уға балаларҙың билдәле бер спорт төрҙәренә әүәҫлеген асыҡлаусы генетик тест инә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас