

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының бала табыу бүлегендә матур ваҡиға! Бында СВО-ла ҡатнашыусы өс егеттең улы тыуған. Әле ике ғаиләне дауахана хеҙмәткәрҙәре йортона оҙатҡан, ә өсөнсөһө бала табыу йортонда ҡала.
- Был көндәрҙә СВО-ға алынған Сибай дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең - ашығыс ярҙам бүлексәһе фельдшеры Ғәлийән Байғусҡаровтың һәм "Урал аръяғы" клиника-диагностикалау үҙәгенең шәфҡәт туташы Илмир Бүләкәновтың ғаиләләрендә ҡыуаныслы ваҡиға - уларҙың улдары донъяға килде.
Беҙҙең егеттәрҙе Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы ҡотлай. Һаулыҡ, именлек һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Һеҙҙең улдарығыҙ ысын патриот булып, атайҙары менән ғорурланып үҫер, тигән ышаныстабыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ - һеҙҙе өйҙә ғаиләләрегеҙ һәм, әлбиттә, хеҙмәттәштәрегеҙ көтә! - тип хәбәр ителә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы сайтында.
Ә өсөнсө шатлыҡлы хәбәрҙе Сибайҙан яҙылыусыбыҙ Рәмилә Баймөхәмәтова еткерҙе. «Минең һеңлем дә, яугир ҡатыны, малай тапты. Сибай бала табыу йортонда ята», - тип хәбәр итә ул.
Имен-аман ҡайтып улдарығыҙҙы ҡосорға яҙһын, Баймаҡ бөркөттәре!