

Хөкүмәттә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформа мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмә Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үтте.
Премьер-министр Рәсәй Президенты санкцияланмаған ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү маҡсатында ҡуйған бурыстар хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был йүнәлештә төрлө яҡлап эш алып барыла.
- "Сүп реформаһы" тормошҡа ашырыла башлағандан алып 2300-ҙән ашыу санкцияланмаған сүплек бөтөрөлдө. Тағы ла 800 тирәһен юҡ итергә кәрәк. Был йүнәлештә планлы эшләү мөһим, шул иҫәптән "Генераль йыйыштырыу" федераль проектырнда ла ҡатнашайыҡ. 2024 йылға бөтә санкцияланмаған сүплектәр ҙә бөтөрөлөргә һәм яңыларын булдырылмаҫҡа тейеш, — тине Андрей Назаров.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов 25 561 контейнер майҙансығы булдырылыуы тураһында һөйләне. Уларҙың туғыҙ меңе сүпте айырым йыйыу өсөн йыһазландырылған. Яҡынса 404 сүп ташыу техникаһы эшләй.
Социаль селтәрҙәге сүп-сар мәсьәләләренә бәйле мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар тураһында Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская һөйләне. Ул барлыҡ район һәм төбәк операторҙарына хас булған проблемаларҙы күтәрҙе. Улар араһында: ҡыйҙы айырым йыйыу, ҙур төҙөлөш ташландыҡтары. Шулай уҡ етәкселәр «ТКО-Башкортостан» мобиль ҡушымтаһы тураһында һөйләште, был йәһәттән дә проблемалар барлығы асыҡланды.
Андрей Назаров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына «ТКО-Башкортостан» системаһын тикшерергә һәм Һанлы үҫеш министрлығына тәҡдимдәр индерергә ҡушты.